2021/2022 уҡыу йылына вуздар 13 мең 160 студент ҡабул итергә иҫәп тота. Был турала “Фән сәғәте” кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдерҙе. Былтыр түләүһеҙ нигеҙҙә 11 мең 200 студент ҡабул ителгән. “Университетҡа онлайн инеү” суперсервисына илдең 500-гә яҡын вузы һәм уларҙың 90-дан ашыу филиалы ҡушылған. “Беҙгә тәү сиратта иң аҡыллы йәштәр өсөн көрәшергә кәрәк. Талантлы егет һәм ҡыҙҙарҙың, Рәсәй олимпиадаларында еңеү яулаусыларҙың һәм Берҙәм дәүләт имтихандарын 100 балға тапшырыусыларҙың беҙҙең университеттарға уҡырға инеүе мөһим”, - тине Александр Сидякин. Дәүләт һынауҙарын юғары балға тапшырыусылар өсөн грант булдырыла.