Эҫе тағы ла көсәйә. Синоптиктар билдәләүенсә, иртәгә һауа торошо 38 градусҡа тиклем күтәрелә.
Төбәктә юғары янғын хәүефе һаҡлана. Шаршамбы урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәшнәүе ихтимал. Елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға тиклем көсәйер тип көтөлә. Айырым райондарҙа көслө дауыл да үтте.
Нөгөш һыуһаҡлағысында ямғыр, боҙборсаҡ яуған. Ял итеүселәр төркөмө понтон өҫтөндә үҙҙәре генә ҡалған. Шаһиттар әйтеүенсә, һалдың бер арҡаны өҙөлөп кешеләрҙе ярҙан алып киткән. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.
Әлфинә Килдейәрова