Иман йорттарында коронавирусҡа ҡаршы вакцинация буйынса мобиль пункттар ойошторолоуы ихтимал

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был тәҡдим менән бөгөн Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығына төбәктең дини конфессиялары етәкселәре сыҡты. Матбуғат конференцияһында Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе Айнур Бирғәлин вакцинаның хәләл, йәғни ислам тәғлимәттәренә ҡаршы килмәүен билдәләне.

Ауырыуҙан берҙән-бер ҡотолоу юлы вакцинацияла. Коронавирусты тулыһынса еңеү өсөн коллектив иммунитет булдырыу мотлаҡ. Дин әһелдәре лә прививка яһатыуҙарын билдәләне. Башҡортостан митрополияһы башлығы, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон үҙ сығышында Рәсәй православ сиркәүенең позицияһы ыңғай булыуын белдереп – «Тормош – Хоҙай бүләге, уны ҡайғыртырға, хәстәрләргә кәрәк», тине.

Гөлназ Хәйбуллина