Баш ҡалала “Сәләмәт Өфө” акцияһы еңеүселәренә смартфон ташырылды. Бүләктәрҙе 10 кеше отҡан.
Акцияла ҡатнашыу өсөн Өфөләге вакцинация пункттарында прививка эшләтеп, махсус кодты ойоштороусылар сайтында теркәргә кәрәк ине. Төп приз – бер бүлмәле фатир. Уның сертификаты еңеүсегә яҡын көндәрҙә тапшырылыр тип көтөлә.
Ә смартфон отоусыларҙың бер төркөмө Өфө ҡалаһын үҫтереү фонды майҙанында бүләкләнде. Еңеүселәр араһында Тамбов өлкәһе вәкиле лә бар. Ул вакцинаны баш ҡалала ял иткән ваҡытта яһатҡан. Ойоштороусылар акцияны киләсәктә лә уҙғарырға иҫәп тота. Әле бағыусылар эҙләнә.
Әлфинә Килдейәрова