Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының яңы биҫтәһендә заманса мәктәп сафҡа индереләсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Яңауылдарға яңы белем усағы. Әлшәй районы Раевка ҡасабаһының яңы биҫтәһендә заманса мәктәп сафҡа индереләсәк.

Әле майҙанда төҙөлөш эштәре башланып ҡына тора. Объекттың файҙаланыуға тапшырылыуын педагогтар ҙа, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҙур түҙемһеҙлек менән көтә. 375 урынға иҫәпләнгән мәғариф учреждениеһы район үҙәге мәктәптәрендә тулыһынса беренсе сменаға күсеү мөмкинлеге бирәсәк. Объектты «Башҡортостанда ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү» дәүләт программһы сиктәрендә төҙөлә, федераль финанслау бүленгән.

Төҙөлөш башланған майҙанда уҡыу корпусын сафҡа индереү ҡаралған. Ә белем усағынан алыҫ түгел спорт майҙансығы урын аласаҡ. Объекттың дөйөм хаҡы 278 милион һум. Яңауыл биҫтәһендәге мәктәпте 2022 йылдың 1 сентябренә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана.

Рәмзиә Кәримова