Йыл аҙағына тиклем республика ерҙәренең һәр участкаһы теркәү үтәсәк

Your browser doesn't support HTML5 video.

Һүҙ, тәү сиратта, урман фонды һәм айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре хаҡында бара. Әлегә был йүнәлештә эш 80 процентҡа теүәлләнгән. Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров ҡатнашлығында үткән видеокәңәшмәлә федераль һәм төбәк кимәлдәге ерҙәрҙең сиктәрен билдәләү мәсьәләһе күтәрелде.

Һөйләшеүҙә Росреестр, яуаплы ведомстволар һәм муниципалитеттар етәкселеге сығыш яһаны. «Күсемһеҙ милек хоҡуҡтарын теркәү һәм кадастр иҫәбе Берҙәм дәүләт системаһын үҫтереү» маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә һуңғы өс йылда күләмле эштәр башҡарылыуы билдәләнде.

Гөлназ Хәйбуллина