Рәсәй Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы коллективтарҙы ҡабул итә башланы

Your browser doesn't support HTML5 video.

Тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә Панама делегацияһы килде. Был турала бөгөн Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

Сит ил ҡунаҡтары менән тәүге рейс Өфөгә 1 июлдә киләсәк. Бер үк ваҡытта коронавирус менән бәйле Непал һәм Германияның ижади коллективтары күләмле сарала ҡатнаша алмай. Әле республикала фольклор байрамын юғары кимәлдә ойоштороу өсөн һуңғы әҙерлек эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы 3 июлдә «Өфө-Арена» боҙ һарайында үтә.

Байрамда коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле юғары хәүефһеҙлек саралары күрелә. Фестиваль барышында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ла көсөргәнешле режимда эшләй. Улар Өфөлә, Фольклориада үтәсәк республиканың тағы 22 төбәгендә медицина ярҙамы күрһәтеү урындары булдырған.

Илдар Байбулатов