Юғалып барған һөнәр. Федоровка районынан Мортаза Солтанғолов – һарыҡ йөнөн ҡырҡыу оҫтаһы. Мәктәптә уҡығанда уҡ шөғөлләнә башлаған кәсебен ул әле лә ихлас башҡара. Теманың дауамы киләһе яҙмала.
Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу – хужалыҡтарҙа яуаплы эштәрҙең береһе. Уны ваҡытында һәм дөрөҫ ойоштороуға сеймалдың сифаты ғына түгел, ваҡ малдың сәләмәтлеге лә бәйле.
Оҫта ҡулдарына күҙ эйәрмәй. Был шөғөлдө Мортаза Солтанғолов мәктәп йылдарында уҡ фермаға йөрөп, өлкәндәрҙән өйрәнгән. 80-се йылдар башында совхозда 18 меңдән ашыу һарыҡ аҫрала торғайны, тип хәтерләй Мортаза Мостафа улы. Әле уның исемен алыҫ тарафтарҙа ла яҡшы беләләр. Оҫтаны йыл һайын һарыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән Башҡортостан, Татарстан, Һамар, Ырымбур фермерҙары ла саҡыра.
Әле һарыҡ йөнө ҡырҡыу оҫтаһы Ишембай районындағы «Гусева» крәҫтиән хужалығында эшләй. Фермала 2011 йылдан алып ваҡ мал үрсетелә, әлеге ваҡытта 300 баш һарыҡ аҫрала.
Һарыҡ йөнөн ҡырҡыусының ҙур теләге бар – һуңғы ваҡытта онотолоп барған шөғөлгә йәштәрҙе лә йәлеп итеү. Әле Мортаза Солтанғоловтың ике уҡыусыһы ваҡ малдың йөнөн ҡырҡыу серҙәренә төшөнә. Киләсәктә улар ҙа был кәсепте дауам итер, тигән өмөттә Мортаза Мостафа улы.
Әлфинә Килдейәрова