Райондарҙың битарафлығы һәм һүлпәнлеге башҡорт тоҡомло аттарҙың юҡҡа сығыуына килтереүе мөмкин

Your browser doesn't support HTML5 video.

Хайуандарҙың үҙенсәлекле сифаттарын һаҡлауға йүнәлтелгән төп проекттарҙың береһе был проблеманы уңышлы хәл итергә тейеш. Әммә «Терра-Башҡортостан» турнирының өсөнсө тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, башҡорт тоҡомло аттар ишәйергә оҡшамай. Бының сәбәбен БЮТ каналы хәбәрсеһе Илдар Байбулатов асыҡларға тырышты.

«Терра Башҡортостан» турнирының өс этабы артта ҡалды, ә 5 район унда ҡатнашыуҙы кәрәк тип тә тапмаған. Төп сәбәп – хужалыҡтарҙың башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеүҙән баш тартыуы. Хайуандар булмауы һөҙөмтәһендә ҡайһы бер төбәктәр республика ярыштарында ҡатнаша алмай. Шуларҙың береһе – Балтас районы.

Урындағы фермер хужалыҡтарының береһендә йылҡысылыҡты үҫтереүгә бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Ярты йыл элек тоҡомло ҡолондар ҙа һатып алынған. Әммә Өфөнән килгән белгестәр был аттарҙың ярышҡа яраҡһыҙ булыуын асыҡлаған. Өҫтәүенә, жокейҙар менән дә проблема килеп тыуған.

Белгестәр әйтеүенсә, әгәр ҙә урындағы властар был мәсьәләне өс йыл элек үк хәл итә башлаһа, бөгөн бындай проблемаға юл ҡуйылмаҫ ине. Тап 2019 йылда «Терра-Башҡортостан» турнирының беренсе этабы ойошторолдо. Тәүге ваҡытта уның регламенты йомшаҡ булды, әммә ваҡыт итеү менән байтаҡ үҙгәрештәр индерелде.

Былтыр республикала йылҡысылыҡты үҫтереүгә 26 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Шуға ҡарамаҫтан, белгестәр ҡайһы бер райондарҙа бер генә башҡорт тоҡомло атты ла осратмаған. Ә бит улар ғәрәп аттарына ҡарағанда күпкә арзаныраҡ та, сыҙамлыраҡ та. Был проблемаға тейешле иғтибар бүленмәгәндә башҡорт тоҡомло аттарҙың юҡҡа сығыуы ихтимал.

Илдар Байбулатов