Өфөлә уҡыусы студент ҡыҙ коронавирус тураһында йәнһүрәт төшөргән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Идея уға карантин ваҡытында килгән. Анимация авторы ковид-19 сире тураһында мәғлүмәт йыйып сценарий яҙған. Йәнһүрәт геройҙарын пластилиндан эшләгән. Сценарий буйынса йәнәш торған ике кешенең береһе коронавируслы.

Битлек кеймәгәненә унан сир йоға. Екатерина киләсәктә компьютер программаларын үҙләштереп яңы йәнһүрәттәр төшөрмәксе.

Йәнһүрәт коронавирустың йоғоу ҡурҡынысын күрһәтә. Шулай уҡ кадрҙар ябай ғына ҡағиҙәләр, шәхси һаҡланыу саралары ҡулланғанда һәм прививка яһатҡанда ауырыуҙың урап үтеүе тураһында.

Екатерина Колязова, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты, йәнһүрәт авторы

Рәмилә Исмәғилева