Рәсәй Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусы ижади коллективтарҙы ҡабул итә башланы

Тәүгеләрҙән булып Мәскәүгә Панама делегацияһы килде. Был турала Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова белдерҙе.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Сит ил ҡунаҡтары менән тәүге рейс Өфөгә 1 июлдә килә. Коронавирусҡа бәйле Непал һәм Германияның ижади коллективтары ҙур сарала ҡатнаша алмай. Әле республикала фольклор байрамын юғары кимәлдә ойоштороу өсөн һуңғы әҙерлек эштәре бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Бөтә донъя фольклориадаһын асыу тантанаһы 3 июлдә "Өфө-Арена" боҙ һарайында үтә.

Фольклориаданы әҙерләү һәм үткәреү буйынса дирекцияның башҡарма директоры, республика халыҡ ижады үҙәге директоры Артур Әлибәков һөйләй.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Байрамда коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефенә бәйле етди саралар күрелә. Фестиваль барышында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы көсөргәнешле режимда эшләй. Өфөлә, Фольклориада үтәсәк республиканың тағы 22 төбәгендә медицина ярҙамы күрһәтеү үҙәктәре булдырылған. Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау минситрының беренсе урынбаҫары Гөлнара Зиннурова.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт