Бөтә донъя фольклориадаһына арналған брифингта Мәскәү вәкиле лә бәйләнешкә сыҡты

Поленов исемендәге Халыҡ ижады йорто директоры урынбаҫары Андрей Беляев, Башҡортостан халыҡ-ара фольклор фестивален үткәреүгә былтыр уҡ 100 процентҡа әҙер ине, быйыл ул әҙерлек тағы ла юғары. Ауырығандар асыҡлана ҡалһа, был осраҡта нимә эшләргә икәнен йыл дауамында өйрәндек. Делегация ағзаларын Рәсәйгә инерҙән ике аҙна алдан кеше менән бик аралашмауҙарын һораныҡ. Барыһы ла илгә тик ПЦР-тест аша ғына үтәсәк. Өфөлә ҡабаттан тикшереү ҡаралған. Төрлө халыҡ мәҙәниәттәренә бәйле оло байрам сараһында Башҡортостан республикаһына үҙен киңерәк танытыу форсаты тейә, тине Андрей Беляев.