Владимир Путин Рәсәй халҡы һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирә

Тапшырыу бөгөн Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәттә башлана. Президенттың матбуғат секретаре Дмитрий Песков әйтеүенсә, был юлы юғары технологиялар ҡулланыла. Граждандар һорауҙарҙы студиянан түгел, ә мобиль ҡушымталар аша еткерә ала. Беренсе канал, “Рәсәй-1”, ”Рәсәй-24”, “НТВ”, “МИР”, “ОТР” телеканалдары бәйләнеште тура эфирҙа күрһәтә. Уны “Рәсәй радиоһы”, “Вести FM” һәм “Маяк” радиостанцияларында тыңларға була.