Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала аномаль эҫе тураһында иҫкәртә

Бөгөн республикала юғары янғын хәүефе һаҡлана. Ҡайһы бер райондарҙа һауа температураһы 38 градусҡа тиклем күтәрелә. Елдең тиҙлеге секундына 18-23 метрға етеүе ихтимал. Ҡотҡарыусылар халыҡты иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыра.