Андрей Назаров Тажиҡстан республикаһының генераль консулы Сәид Дәүләт Эмом менән осрашты

Улар Рәсәй президенты Владимир Путиндың ағымдағы йылдың сентябрендә Тажиҡстанға рәсми сәфәре барышында хеҙмәттәшлек тураһында ике яҡлы документтарға ҡул ҡуйыу мөмкинлеге тураһында фекер алышты. Ике республика араһында беҙҙең бер нисә килешеү бар һәм беҙ уны артабан да киңәйтергә теләйбеҙ. Уҙған йылда һәм быйыл республикалар араһында тауар әйләнеше кәмеүе күҙәтелә. Беҙгә тауарҙар бөтөнләй ҡайтарылмай тейерлек, ә беҙ Тажикстандан йәшелсә, емеш-еләк, туҡыма әйберҙәр алырға теләр инек тип белдергән Андрей Назаров. Башҡортостан биләмәһендә Тажикстан республикаһы ҡатнашлығында 34 предприятие эшләй. Сауҙа, төҙөлөш, ҡунаҡханалар эшмәкәрлеге, электромонтаж эштәре һәм башҡа йүнәлештәрҙә хеҙмәттәшлек яйланған.