Бөгөн һәм иртәгә көндөҙ ҡайһы бер райондарҙа ел-дауыл ҡубыуы, эре боҙ-борсаҡ яуыуы, елдең тиҙлеге секундына 21-26 метрға етеүе көтөлә. Ел көсәйгән осраҡта электр линиялары, туҡталыштар, реклама таҡталары, төҙөлөп бөтмәгән биналар, ағастар тирәһенән алыҫыраҡ йөрөргә кәңәш итә ҡотҡарыусылар.