Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы 30 йыллығын билдәләй

Юбилей уңайынан медицина учреждениеһы коллективын Радий Хәбиров тәбрик итте. Башҡортостан Башлығы бында һәр саҡ ярҙамға әҙер булған берҙәм, көслө һөнәрмәндәр командаһы эшлй, тип белдерҙе. 22-се дауахана күп профилле дауалау-диагностика үҙәге иҫәпләнә. Йыл дауамында стационарҙа 15 мең самаһы операция яһала. Радий Хәбиров медицина хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт еткерҙе, дауахананың 12 белгесенә дәүләт наградалары тапшырҙы.