Дәүләт хеҙмәт инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 1 июнгә 100 предприятиела хеҙмәт хаҡы буйынса 657 миллион һум бурыс йыйылған. 8 меңдән ашыу кеше эш хаҡын ваҡытында йәки тулыһынса алмаған. Бурыстың 67 проценты банкрот булған ойошмаларға тура килә. 6 проценты иҡтисади яҡтан әүҙем компанияларҙыҡы. Ҡалған өлөшө хужалыҡ эшмәкәрлеге алып барылмаған предприятиелар иңендә. Быйыл 59 ойошма хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы буйынса бурысы түләнгән.