Иҫтәлекле датаға арналған тантана бөгөн Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры бинаһында уҙҙы. Медицина хеҙмәткәрҙәрен Республика башлығы тәбрикләне, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашконың ҡотлау һүҙҙәре еткерелде.
Байрам сараһында хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды. Йылдар дауамында йәмәғәтселеккә ашығыс медицина ярҙамы күрһәткән аҡ халатлылар менән БЮТ каналы хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Ашығыс медицина ярҙамы тигәндә, урамдар буйлап елдергән тиҙ ярҙам машиналары, ҡыҙыл тәреле сумкалар менән ауырыуҙар янына ашыҡҡан табиптар күҙ алдына баҫа. Әммә медицина учреждениеһының эшмәкәрлеге тәүге ярҙам менән генә сикләнмәй. Дауахана коллективына көн һайын көтөлмәгән хәлдәр менән осрашырға ла, ҡатмарлы операциялар яһарға ла тура килә.
Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһы республиканың иң ҡеүәтле, заманса йыһазландырылған һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының береһе. Бөгөн бында ике тиҫтәгә яҡын бүлексә эшләй, халыҡ сәләмәтлеге һағында меңдән ашыу медицина хеҙмәткәре тора.
Дауаханала төбәк ҡан тамырҙары һәм травматология үҙәктәре эшләп килә. Тәүгеһендә йыл һайын инсульт һуҡҡан һәм инфаркт кисергән 3 меңгә яҡын кешегә медицина ярҙамы күһәтелә. Ә травматология палаталарында юл фажиғәләренә һәм башҡа бәлә-ҡазаға тарыған ауыр сирлеләр дауалау курсы үтә.
Юбилей тантанаһында хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары ла тапшырылды. Кардиолог Дилара Яҡшығолова әйтеүенсә, ашығыс ярҙам табибынан юғалып ҡалмау, тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итеү талап ителә. Йәғни, юғары һөнәри оҫталыҡтан тыш, көслө рухлы булыу ҙа мотлаҡ.
Ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһында коронавирус пандемияһы ваҡытында ковид госпиталдә эшләй. Коллектив был һынауҙы ла лайыҡлы үтеп сыға. Һәр ваҡыт әҙерлек һыҙығында торған медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатмарлыҡтарға бирешә һалғандарҙан түгел.
Быуаттар дауамында халыҡ сәләмәтлеге һағында торған медицина учреждениелары менән сағыштырғанда 30 йыл оҙайлы осор түгел. Әммә ашығыс медицина ярҙамы хаҡында һүҙ барғанда ваҡыт ҡәҙере икеләтә, хатта өсләтә арта.
Был дауахана хеҙмәткәрҙәре кеше ғүмерее ҡотҡарғанда минуттың ғына түгел, секундтың да әһәмиәтен яҡшы аңлай. Уларҙан тиҙ арала аныҡ ҡарарҙар ҡабул итеү талап ителә. Сөнки был медицина учреждениеһына кешеләр тап ашығыс ярҙам кәрәккәндә, киҫкен осраҡта мөрәжәғәт итә.
Рәмзиә Кәримова