Шишәмбе Башҡортостан дауаханаларында ковид пациенттар өсөн 250 өҫтәмә койка ҡуйылған

Your browser doesn't support HTML5 video.

1 июлдән тағы ла ошо уҡ күләмдә койка урындар асыла. Ҡарар Радий Хәбиров етәкселегендә үткән оператив штаб ултырышында ҡабул ителгән. Был мәжбүри сара.

Республикала ковид-19 вирусы һәм дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр һаны арта, шул уҡ ваҡытта госпиталдәрҙең койка фонды 92 процентҡа тулы.

Башҡортостан башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы алдында республикаға вакциналарҙы өҙлөкһөҙ килтереү һәм дауаханаларҙың дарыу препараттары запасын тулыландырыу бурысы ҡуйҙы.

Гөлдәриә Йосопова