Өфөлә бер юлы ике кеше һыуға батҡан

Your browser doesn't support HTML5 video.

Фажиғәнең береһе Сипайлово биҫтәһендә Өфө йылғаһында теркәлә. Күҙалланыуынса 34 йәшлек ир һыуға эскән килеш ингән. Ул һыу ағымы алып киткән аяҡ кейемдәре артынан йөҙөп барып, кире ярға табан боролғас һыу төбөнә китә.

Икенсе фажиғәле осраҡ Ағиҙел йылғаһында булған. 20 йәшлек Мысыр гражданины иптәштәре менән һыу инергә килгән булған. Уның йөҙә белмәүе, һыу эсендә тайып китеүе билдәле. Егеттең кәүҙәһен водолаздар сығарған.

Гөлдәриә Йосопова