Иң яҡшы элемтә операторы Дәүләкәндә йәшәй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Дарья Дергай Рәсәй Почтаһының Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсында еңеү яулаған. Быйылғы бәйгелә дүрт һөнәр эйәһе – элемтә операторҙары, почта бүлексәләре етәкселәре, водителдәр һәм почтальондар көс һынашҡан.

Конкурс онлайн-форматта үткән. Еңеүсе Дарья Дергай диплом, махсус билдә һәм аҡсалата сертификат менән бүләкләнәсәк. Артабан ул башҡа еңеүселәр менән бергә Бөтә Рәсәй конкурсы финалында Волга макротөбәге данын яҡлаясаҡ.

Гөлдәриә Йосопова