«Буяу һәм йөрәк менән» арт-терапия проектына йомғаҡ яһалды

Your browser doesn't support HTML5 video.

Ғинуарҙан алып теләге булған һәр кем Үҙәк ҡала китапханаһы ойошторған түңәрәктә ҡатнаша алды. Проект Өфө ҡалаһы башлығы гранты һәм «Бәхет» ойошмаһы ярҙамында ғәмәлгә ашырыла. Быға тиклем ололар өсөн компьютер менән ҡулланыу кеүек түңәрәктәр даими ойошторолған.

Ә һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү өйҙә ултырған граждандарға үҙҙәренең йәшерен таланттарын асыу, аралашыу майҙанына әйләнә. Ойоштороусылар һүҙҙәренсә, һәүәҫкәр рәссамдар һүрәт төшөрөү серҙәренә тиҙ төшөнгән.

«Арт терапия» проектында 60-тан ашыу кеше ҡатнашҡан. Күргәҙмәгә уларҙың 200-ләп һүрәте ҡуйылды. Проектта Өфө халҡы ихлас ҡатнаша, шуға күрә оҫталыҡ дәрестәрен артабан да дауам итеү күҙаллана.

Әлфинә Килдейәрова