Был турала Владимитр Путин менән Тура линиянан һуң Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡортостандағы ҡоролоҡ һәм культураларҙы һуғарыу мәсьәләһен Өфөлә йәшәүсе Ирина Рачилина күтәрҙе.
Баш ҡалала йәшәүенә ҡарамаҫтан уны көнъяҡ райондарҙа сәсеүлектәр хәле борсой. Беҙҙең ижади төркөм Путинға һорау биреүсене табып уның үҙенә лә һорауҙар бирҙе. Баҡтиһәң Ирина Рачилинаның атаһы ғүмере буйы комбайнер булып эшләгән.
Йәйге селләлә һыуҙан башҡаны уйлау мөмкин дә түгел. Өфөлә йәшәүсе Ирина Рачилина ла Владимир Путинға һорау биреү мөмкинлеге тыуғас та уны һыу менән тәьмин итеү мәсьәләһенә файҙаланыуҙы хуп күрҙе. Ләкин шәхси маҡсатта түгел. Ханымды көньяҡ райондарҙа сәсеүлектәрҙең ҡороуы, үҫемлектәрҙе һуғарыу проблемаһы борсой.
Ил башлығы иһә ауыл хужалығы эшсәндәре менән ғорурланыуын әйтте. Ауыр пандемия шарттарына ҡарамаҫтан, хеҙмәт етештереүсәнлеге, экспорт артҡан. Йәшелсә, емеш-еләккә ихтыяж ҙур. Был йәһәттән эштәрҙе әүҙемләштерергә кәрәк, дәүләт ярҙамы ла булырға тейеш, тип яуапланы Владимир Путин.
Ханымдың һорауы ысынлап та көнүҙәк. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, 2 миллион ярым гектар майҙанды биләгән сәсеүлектәрҙең 300 меңе зыян күргән. Шул иҫәптән 150 мең гектарҙағы культураларҙы тергеҙерлек түгел.
Сәсеүлектәрҙе һуғарыу мәсьәләһен Башҡортостан башлығы 15 май көньяҡ райондарға эш сәфәре барышында күтәрҙе. Мелиорация проблемаһы Урал аръяғы өсөн киҫкен тора. Ләкин мәсьәләне хәл итеү ауылдарҙы һыуһыҙ ҡалдырырға тейеш түгел, тигәйне Радий Хәбиров.
Ниндәй генә мәсьәләләр күтәрелмәһен Владимир Путиндың «Тура линия» һының күпселек өлөшө коронавирусҡа барып ялғанды. Халыҡты вакцинациялау талаптары борсой. Ил башлығы яуапты 1998 йылда ҡабул ителгән ҡануниәткә таянып бирҙе. Мәжбүри түгел, әммә мөшкөлләнгәндә вакцинаһыҙ ҙа хәлде көйләү мөмкин түгел.
Мәжбүр итергә ярамай, әммә мөшкөлләнгәндә вакцинаһыҙ ҙа хәлде көйләү мөмкин түгел. Хәйер, законда вирус ҡотороған осраҡта төбәктәргә өҫтәмә талаптар индереү мөмкинлеге бирелә.
Хаҡтар, хеҙмәт хаҡы, килем, дәүләт ярҙамы. Тура линияның шаҡтай ҙур өлөшө социаль-иҡтисад өлкәһенә бәйле һорауҙар менән үтә. Был юлы ла ямғырҙан һуңғы бәшмәктәр кеүек үҫкән хаҡтарға зарарланыусылар күп ине.
Әлбиттә, иҡтисад та коронавирустан ҙур зыян күрә. Бындай шарттарҙа дәүләт ярҙамынан тыш реаль секторҙы дауалау мөмкин түгел.
Владимир Путин менән тура бәйләнеш 2001 йылдан бирле уҙғарылып килә. Ләкин былтыр пандемияға бәйле ул уҙғарылманы. Быйыл сара Рәсәй генә түгел, сит илдәр халҡының да иғтибарын йәлеп итте. Ул башланғансы ғына ике миллиондан ашыу мөрәжәғәт килгәйне.
Тапшырыуҙың аҙағына улар һаны бермә-бер артты. Һорауҙарҙың барыһы ла эфирға сыҡмаһа ла, улар иғтибарһыҙ ҡалмай. Ә тура линияла яңғырағандары буйынса инде төбәктәрҙә кисекмәҫтән эш башлана.
Айнур Кәбиров