Бөгөнгө ултырышта тауыш биреүҙе 19 сентябргә тәғәйенләргә тәҡдим ителде. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы быйыл һайлауҙы өс көн – 17, 18 һәм 19 сентябрҙә үткәрергә ҡарар итте. Өфө Ҡала советына һайлау бер мандатлы 18 округ һәм берҙәм исемлек буйынса ойошторола. Ҡала советында 36 депутат була. Бишенсе саҡырылыш биш йылға һайлана.