Балалар өсөн яхтинг мәктәп, яхталар һәм катерҙар өсөн марина, асылыусы күпер

Былар бөтәһе лә баш ҡаланың Новаленд, йәғни» Яңы ер» биҫтәһендә буласаҡ.

«Яңы ер» 650 гектар ерҙе биләй. Өфөнөң Көнсығыш Затон биҫтәһендә бөгөн Башҡортостан төҙөүселәре ассоциацияһы күсмә кәңәшмәһе үтте. Урында ерҙе күтәртеп 8 -25 ҡатлы йорттар төҙөлә. Төҙөүселәр уның инфраструктураһын баш ҡалала бер ҡасан да булмағанса проектлай.

Йылға буйында яҡшы ҡомлоҡ, һыуҙағы ресторан һәм башҡа ял итеү урындары булдырыу күҙаллана. 260 урынлыҡ балалар баҡсаһы,1225 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә. Биҫтәлә бөтәһе туғыҙ мәктәп, 12 балалар баҡсаһы булыр тип көтәлә.

Шулай уҡ поликлиника һәм дауахана, сауҙа предприятиелары һалынасаҡ. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар объекттарҙы ҡараны. Торлаҡ комплексының тәүге сиратында ике күп ҡатлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. Төҙөлөш программаһы 2018 йылдан 2030 йылға тиклем иҫәпләнәгән.

Ассоциация вәкилдәре республика хөкүмәтенән төҙөлөш барышында килеп тыуған мәсьәләләрҙе сисеүҙә ярҙам һорай. Күсмә ултырышта биҫтәне үҫтереү буйынса һорауҙар тикшерелде һәм төҙөлөш ойошмаһы етәксеһе билдәләүенсә, улар ыңғай хәл ителә.

Рәмилә Исмәғилева