Дим биҫтәһендә урынлашҡан аэрологик станцияһында термометр бағанаһы 36 градустан артҡан. Һуңғы тапҡыр ошондай эҫе көн 1954 йылда теркәлгән. Синоптиктар фаразлауынса алдағы көндәрҙә һауа температураһы 25-27 градусҡа тиклем түбән төшә. Күк күкрәп ямғыр яуыуы көтөлә.