Өфөлә бер йәшлек сабый бишенсе ҡаттан ҡолаған

Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығынан белдереүҙәренсә, бала фатир бүлмәһендә яңғыҙ ҡалған һәм тәҙрә селтәренә таянып осоп төшкән. Малай дауаханаға оҙатылған. Уның хәле тураһында хәбәр ителмәй. Ҡотҡарыусылар, ата-әсәләрҙе иғтибарлы булырға, балаларҙың бер үҙен ҡалдырмаҫа кәңәш итә.