Башҡалаға Панама, Перу, Мексика,Һиндостан, Америка вәкилдәре килде. Уларҙы Өфө аэропортында милли кейемдәрҙәге ҡыҙҙар, ҡурай моңо һәм сәк сәк менән мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ҡаршы алды. Әле ҡунаҡтарҙы ҡунаҡханаларға урынлаштыралар. Сираттағы чартер - 16 сәғәттә. Уның менән Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан һәм Эстония ҡунаҡтары килә.