Башҡортостанда киләһе йылдың ярты йыллығына ваҡытынан алда матбуғатҡа яҙылыу башланды

Гәзит-журналдарға 31 августҡа тиклем яҙылырға була тип хәбәр итәләр федераль почта хеҙмәтенең төбәк бүлексәһенән. Акцияла 1300 ашыу баҫма ҡатнаша. Уларға бөтә почта бүлексәләрендә һәм почтальонды өйгә саҡыртып та яҙылырға мөмкин.