Яңыраҡ Салмалы һәм Дүрмән ауылдарында мәсет асылған. Улар урындағы халыҡ көсө менән һалынған. Мәсет төҙөү башланғысын ошо төбәктә тыуып үҫкән билдәле шәхестәр хуплаған һәм ярҙам күрһәткән. Шаран районында 20-гә яҡын мәсет эшләй. Тиҙҙән Тархан, Күгәрсенбүләк һәм Яңы Таулар ауылдарында ла яңы иман йорттарын төҙөү тамамлана.