Бөгөн фольклор байрамы барышын яҡтыртҡан журналистар коронавирусҡа ПЦР-тест тапшырҙы

“Халыҡ йыйылған ерҙә эпидемилогик саралар үтәлеүенә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. Тамаша үткән майҙандарҙа вакцина яһатҡан хәбәрселәр генә эшләй ала. Бөгөн- иртәгә Өфөлә һәм республиканың 22 районында журналистар бушлай анализ бирә”, - тип белдерҙе Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.