Рәсәйҙә "Пушкин карта"һы булдырыла

Ул 14 йәштән 22 йәшкә тиклемге йәштәргә бирелә. Карта иҫәбенә 3 мең һум аҡса күсерелә. Был сумманы мәҙәниәт учреждениеларына ингәндә ҡулланырға мөмкин. Тура бәйләнеш барышында Владимир Путин ошондай программа тураһында хәбәр итте. Карталар көҙ бирелә башлай.