Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, сирлеләр һаны 158-гә артҡан. Пандемия башланғандан алып, республикала ковид йоҡтороусылар 41 мең 510-ға етте. Әле стационарҙа 379 кеше дауалана, уларҙың 31-е ауыр хәлдә, 3 пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған.