Башҡортостанда 2022 йылға бөтә ҙур ауылдар һәм район үҙәктәре араһында автобус йөрөй башлай

Радий Хәбиров шул турала белдерҙе. Республика Башлығы бөгөн “Башавтотранс” компанияһының Өфө авто-транспорт паркында булды. Бында капиталь ремонттан һуң 30 “НефАЗ” автобусы файҙаланыуға тапшырылды. Улар Өфө урамдары буйлап йөрөй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, быйыл баш ҡалала йәмәғәт транспорты мәсьәләһе тулыһынса хәл ителеп бөтә, киләһе йылда райондарҙа ауылдар араһында автобус бәйләнеше булдырыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт