Башҡортостан Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙер

Бөгөн Өфө аэропортында халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашасаҡ тәүге сит ил делегацияларын ҡаршы алдылар. Панама, Һиндостан, Америка Ҡушма Штаттары, Мексика һәм Перу коллективтары иртәнсәк килеп етте. Өс сәғәт элек Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан һәм Эстония вәкилдәрен ҡаршы алдылар. Киске ун берҙә Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария һәм Индонезиянан ҡунаҡтар көтөлә. Республика халыҡ ижады үҙәге етәксеһе урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева билдәләүенсә, сит ил ҡунаҡтары Башҡортостан һәм тотош Рәсәйҙән яҡшы тәьҫораттар алырға тейеш.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөтә донъя Фольклориадаһы 3 июлдә Өфөлә башлана. Икенсе көндә баш ҡалала донъя халыҡтары парады һәм “Фольклориада йөрәге” тигән тамаша ойошторола. 5 июлдә сит ил коллективтары республиканың 22 районы һәм ҡалаһы буйлап сәфәргә сыға.