“Тербундар сиге. 1942 йылдың эҫе йәйе”

Башҡортостан вәкилдәре ошолай тип аталған төбәк-ара хәрби-тарихи фестивалдә ҡатнаша. Ул 3-4 июлдә Липецк өлкәһендә ойошторола. Республика вәкилдәре бөгөн юлға сыҡты. Улар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары булараҡ сығыш яһай. “Любизар” хәрби-тарихи реконструкция клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов әйтеүенсә, быйыл фестивалгә беренсегә башҡорт тоҡомло аттар алып барыла.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Тербуны районында ҡаты алыштар була. Озерки ауылы янында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күп яугирҙары башын һала.