Ошо көндәрҙә Асҡын районы үҙәгендә төбәктең алдынғы ижади коллективтарының репетицияһы үтте. Республиканың төньяҡ өлөшөндә үтәсәк күләмле сарала 9 сит илдән 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. Теманы БЮТ каналы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Бишек байрамы сабый тыуғанда башҡарыла торған башҡорт халыҡ йолаһы. Хәҙерге быуын ғаиләләрендә ул бик үк үткәрелмәһә лә, боронғо йола әле лә милли үҙенсәлек һаҡлай. Йәш әсәгә ҡулдан эшләнгән түшелдерек бүләк итеү мәҫәлән, борондан ҡалған ғөрөф-ғәҙәт.
Ошо номер менән "Хазина"лар төрлө конкурстарҙа призлы урындар яулаған. Башҡорт халыҡ фольклор коллективы ағзаларының күбеһе оло йәштәгеләр. Шуға ҡарамаҫтан, сәхнәлә улар үҙҙәрен ышаныслы тота. Фольклориада ҡунаҡтарын мәҙәниәт аша республиканың бар хозурлығы менән таныштырыуҙы маҡсат итеп ҡуйған.
Берәүҙәр репетицияларын сәхнәлә үткәрһә, икенсе ижади коллектив парк эскәмйәһендә халыҡ йырҙарын һуҙҙы. Асҡындар ҡунаҡтар өсөн бер сәғәтлек программа әҙерләй. Күләмле сараға райондың иң көслө ижади коллективтары саҡырылған.
Республиканың төньяғында фольклориада ҡунаҡтарын Асҡындан тыш, Борай, Мишкә һәм Ҡариҙел райондары ҡаршы ала. Байрам һәр төбәктә бер көн үтә. Донъяның 9 иленән киләсәк 300-ҙән ашыу кеше Асҡын районы шифахаһында йәшәйәсәк.
Халыҡ-ара фестивалдә Асҡын районы таланттары халҡыбыҙҙың милли үҙенсәлектәре төрлөлөгөн һынландырырға йыйына. Яуап итеп сит ил ҡунаҡтары ла үҙҙәренең йыр-бейеүҙәре менән сығыш яһаясаҡ.
Азат Ғәлиуллин