Башҡортостан коронавирустан вакцина эшләтеү күрһәткесе буйынса Рәсәйҙә икенсе урынды биләй

Your browser doesn't support HTML5 video.

Был турала "Сәләмәтлек сәғәте"ндә республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.

Бөгөнгә төбәктә 575 мең кеше прививка яһатҡан. Халыҡтың әүҙемлеген күҙ уңында тотоп федераль оператив штаб Башҡортостанға вакциналар дозаһын арттырырға ҡарар иткән. Статистикаға килгәндә, һуңғы тәүлектә Башҡортостанда коронавирус диагнозы ҡуйылыусылар тағы ла 158 кешегә артҡан.

Сирлеләрҙең 379-ы стационарҙарҙа дауалана. 31 кеше ауыр хәлдә, уларҙың өсәүһе үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 1580 кеше ковид-19 вирусына ҡаршы амбулатор шарттарҙа көрәшә. Тәүлек эсендә сирҙән 117 кеше һауығып сыҡҡан, 4 кеше һәләк булған.

Илдар Байбулатов