Миловка ауылындағы мәктәп төҙөлөшөндә эштәр 80 процентҡа тиклем теүәлләнгән

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфө районындағы яңы мәғариф учреждениеһы 1225 урынға иҫәпләнгән. Республикалағы иң ҙур мәктәп бинаһының дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метр тәшкил итә. Тәүге тапҡыр ошондай уҡ проект Стәрлетамаҡ ҡалаһында тормошҡа ашырылғайны.

Дүрт ҡатлы белем усағында 495 урынлыҡ тамаша залы һәм 420 урынлыҡ ашхана урынлашасаҡ. Спорт залында инвентарҙар һаҡлау урыны, тренерҙар өсөн айырым бүлмәләр ҡаралған. Медицина блогы иһә табип, процедуралар һәм прививкалар, стоматолог кабинеттарын үҙ эсенә аласаҡ.

Азат Ғәлиуллин