Билдәле кинорежиссер Азамат Хужахмәтовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны

Your browser doesn't support HTML5 video.

Өфөлә 59 йәшендә билдәле кинорежиссер, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың кинематографистар Союзы ағзаһы Азамат Хужахмәтовтың йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Азамат Хужәхмәтов – 50-ләп документаль, публицистик һәм музыкаль телефильм авторы.

Төрлө йылдарҙа ул «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының режиссеры һәм художество етәксеһе булып эшләй. СТС Өфө телеканалы, һуңғараҡ «Башҡортостан» киностудияһын етәкләй. Һуңғы йылдарҙа Азамат Шәриф улы «Сәләм» телеканалы режиссеры вазифаһында яңы мәғлүмәт сараһының художество биҙәлешен байытыу һәм үҙ йөҙөн булдырыуға ҙур өлөш индерҙе.

Талантлы кинодокументалист һәр ваҡыт республика мәҙәни тормошо һәм кино сәнғәтенең уртаһында ҡайнап йәшәне. Уның етәкселегендә Өфөлә «Көмөш Аҡбуҙат» фестивале уҙғарылды.

Гөлдәриә Йосопова