Өфө аэропорты VI Бөтә донъя фольклориадаһы ҡунаҡтарын ҡаршы ала

Өфөгә донъяның 16 иленән-Панама, Һиндостан, Америка, Мексика, Перу, Боливия, Румыния, Палестина, Ҡырғыҙстан, Эстония, Коста-Рика, Бенин, Камерун, Австрия, Болгария һәм Индонезиянан – ижади коллективтар килде.

Республикаға рәсми сәфәр менән Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм халыҡ сәнғәте ойошмалары советы президенты Филипп Боссан да килде. "Башҡортостан, Өфө, республика Хөкүмәте Фольклориадаға әҙерләнеүҙә ҙур ярҙам күрһәтте. Пандемия ваҡытында был айырыуса еңелдән булманы. Беҙ Өфөнө һайланыҡ, сөнки төбәктә бындай ҙур саралар, конгрестар, фестивалдәр ойоштороуҙа тәжрибәнең ҙур булыуын беләбеҙ. Фестивалдең 40-ҡа яҡын илде туплауына һәм был ҙур проектты бергәләп башҡарыуыбыҙға шатбыҙ ", – тип уртаҡлашты Филипп Боссан.

Бынан тыш, фольклориадала CIOFF ® Рәйесе урынбаҫары Кристиан Идальго Мацеи һәм ЮНЕСКО вәкиле Артур Антил ҡатнаша. Бөтә донъя фольклориада дүрт йылға бер уҙғарыла. Рәсәйҙә фестиваль 3-10 июлдә донъяның 37 иленән меңдән ашыу артист ҡатнашлығында уҙа. Фестиваль программаһы Өфө ҡалаһында һәм Башҡортостан Республикаһының 22 муниципалитетында үтә.