Башҡортостанда дауыл ағастарҙы йыҡҡан

Әүжән урмансылығы биләмәһендә күпләп ағастар зыян күргән. Белгестәр бөгөн ҡаза күрелгән урынды тикшереп, артабан санитар һауыҡтырыу сараларын күрәсәк. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәрҙәре алдағы көндәрҙә лә көн торошоноң тотороҡһоҙ булыуы хаҡында иҫкәртә.