Башҡортостанда 100 балл туплап республика вуздарына уҡырға инеүсе абитуриенттарға бер тапҡыр 150 мең һумлыҡ премия тапшырыла. Ошо туралағы ҡарарға төбәк башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Быйыл Башҡортостанда 84 сығарылыш уҡыусыһы берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған. Уларҙың дүртәүһе ике имтиханда юғары балл алған.