Өфө дәүләт ҡурсаҡ театры, Рус драма театры биналарын төҙөкләндереү, Өфө циркын яңыртыу, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың яңы корпусын һәм «Өфө-2 ҡаласығы» биләмәһендә археология материалдары һаҡлағысын, юлдар һәм яңы күперҙәр төҙөү ҡаралған. Әммә уларҙың ҡайһы берҙәре 2024 йылға өлгөрмәүе ихтимал тип белдерҙе Радий Хәбиров. Баш ҡаланың Октябрь революцияһы урамын реконструкциялау өсөн 80 йорттан кешеләрҙе икенсе урынға күсерергә кәрәк, ә был бик күләмле эш. 2024 йылға Өфөлә 20 яңы обьект барлыҡҡа киләсәк.