Бөгөн фольклор байрамы барышын яҡтыртҡан коллегаларыбыҙ коронавирусҡа ПЦР-тест тапшырҙы

“Халыҡ йыйылған ерҙә эпидемилогик ҡағиҙәләрҙе үтәүгә ҙур яуаплылыҡ менән ҡарайбыҙ. Тамаша майҙандарында вакцина яһатҡан хәбәрселәр генә эшләй ала. Өфөлә һәм республиканың 22 районында журналистар бушлай анализ бирә”, - тип белдерҙе Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.

Коллегаларыбыҙ коронавирусҡа ҡаршы прививка ла яһатты. “Юлдаш” радиоһы алып барыусыһы Ленария Ямалетдинова вакциналауҙың беренсе этабын үтте.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт