Фольклориада барышын яҡтыртҡан халыҡ хәбәрселәренә Iphone йәки iPad тапшырыла

Бер аҙна дауам иткән халыҡ-ара фестивалдә тамашасылар үҙҙәрен репортер ролендә һынап ҡарай ала. Бының өсөн ҡыҙыҡлы видео йәки фоторәсем төшөрөргә кәрәк. “Минең фольклориадам” конкурсы Instagram, Facebook, Бәйләнештә социаль селтәрендә ойошторола. Материалдар #folkloriada2021online хештегы менән урынлаштырылырға тейеш. Еңеүсе лайктар һаны буйынса билдәләнә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән Бәйләнештә социаль селтәренеңдә folkloriada2021 төркөмөндә танышырға була. Ярышҡа 10 июлдә йомғаҡ яһала.