“Автоханым” конкурсы финалында алты гүзәл зат вәкиле ҡатнашты. Улар автомобилдә йөрөтөү оҫталығын күрһәтте, юл хәрәкәте ҡағиҙәләре һорауҙарына яуап бирҙе һәм ижади номер менән сығыш яһаны. Конкурста абруйлы ҡунаҡ булараҡ Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһының элекке етәксеһе Динар Ғилметдинов саҡырылды. Ул конкурста ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ водителдәрҙең белемен һәм йөрөү оҫталығын юғары баһаланы.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт