Башҡортостан вәкилдәре эшлекле сәфәр менән Төркиәгә барырға йыйына

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә шул турала белдерелде. Ултырышта Төркиә менән хеҙмәттәшлек мәсьәләләре ҡаралды. Былтыр 92 миллион долларға тауар оҙатылған. Быйыл алты айҙа был күрһәткес 53 миллион долларға еткән. Автомобиль шиндары һәм электрон ҡулайламалар эшкәртеү, кейем тегеү, металл әйберҙәре, медицина препараттары һәм тағылма техника етештереү өлкәләрендә үҙ-ара проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлектәре ҡаралды. Радий Хәбиров эпидемиологик хәл яҡшырғас, Төркиәгә бизнес сәфәр ойошторорға тәҡдим итте.