Күләмле проект Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш төбәктәрен сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.
«Аҡтау» хужалығы етәксеһе Илдар Ниғмәтйәнов билдәләүенсә, инвестиция күләме 320 миллион һумдан ашыу. Ул сәғәтенә 100 тонна иген киптереүгә иҫәпләнгән. Төбәктәге икенсе комплексты төҙөү өсөн Әләгәҙ ауылындағы майҙан һайланған.
Яңы етештереү ҡеүәте сафҡа инеү менән 25 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров инвесторҙың был башланғысын өҫтөнлөклө проекттар исемлегенә индереү мөһимлеген билдәләне. Урындағы хакимиәт тә комплексты инженер селтәрҙәренә тоташтырыуҙа бушлышлыҡ итәсәк.
Илдар Байбулатов